Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указдағы үҙгәрештәргә ярашлы, 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашҡан эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын үткәрмәҫкә, мөмкинлек булмағанда күсерергә тәҡдим ителә.
30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем республиканың һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәни ойошмалары план буйынса эшләй. Төнгө сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем күңел асыу сараларын уҙғарыу һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәтеү рөхсәт ителмәй.
Балалар өсөн уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәренең эше туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, фитнес-клубтарға Дәүләт хеҙмәттәренән вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл элек сирләү хаҡында белешмә йәки медицина күрһәтмәһе менән инергә мөмкин.
Бөгөндән 60 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар изоляция тәртибен үтәргә бурыслы. Прививка яһатҡан хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын һаҡлау шарты менән ике көн ял биреү кәңәш ителә.
Рәмзиә Кәримова







