Үҙәктә белдереүҙәренсә, социаль хеҙмәткәрҙәр вакцина яһатмаған 60 йәштән өлкәндәрҙең өйҙәренә бара. Ярҙам кәрәкһә, аҙыҡ-түлек килтерә, прививка яһатырға теләп тә поликлиникаға бара алмаусыларға шәфҡәт туташтарын саҡыра.
Шулай уҡ сирләп ятыусылар булһа, тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтырата. Һорауҙарҙы 8-800-775-00-14 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса бирергә мөмкин.
Ҡыҙыу элемтә телефоны: 8-800-775-00-14
Рәмилә Исмәғилева







