Благовещенда 200 йылдан ашыу таҙартылмаған быуаны төҙөкләндереү эштәре билдәләнгән графиктан алдараҡ бара. Һыу ятҡылығы киптерелеп, хәүефле тип табылған ер ҡатламы – ләм менән ҡом сығарыла. Федераль кимәлдә яҡлау тапҡан экологик проект менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Быуалағы ләм ҡатламын полигонға сығарыуға тиҫтәнән ашыу ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Айырым участкаларҙа бер метрға тиклем тәрәнлектә ҡаҙыу эштәрен башҡарырға тура килә. Подрядсы компания вәкилдәре билдәләүенсә, һыу ятҡылығының һул яғын ғына таҙартырға ҡалған. Һаҙлыҡлы урындарға иһә ҡышҡыһын ер туңғас ҡына инәләр. Ике быуатҡа яҡын тарихы булған биләмә яңырыу кисерә.
Быға тиклем быуа биләмәһендәге насар еҫтән тын алып та булмай. Һыуҙа, хатта, балыҡтар ҙа тонсоғоуҙан ҡырылып бөткән. Белгестәр билдәләүенсә, бындай күренеш һыу ятҡылығының ҡалдыҡтар менән бысраныуына бәйле. Ауыр металдар табыла. Күлдең оҙонлоғо яҡынса ике саҡрым, киңлеге 370 метр. Участканан яҡынса дүрт йөҙ мең кубометр ултырма сығарыу талап ителә. Эштәр билдәләнгән ваҡыттан алда бара.
Быуала экологик реабилитация ойоштороу проекты федераль һәм республика ҡаҙнаһынан финанслана. Дөйөм алғанда, төҙөкләндереү эштәрен башҡарып, уникаль һыу объектын һаҡлап ҡалыуға яҡынса 80 миллион һум йүнәлтелгән.
Быуа яры ишелмәһен өсөн ҡырсынташ һәм рәшәткә менән нығытыла. Шулай уҡ биләмәлә күләмле йәшелләндереү эштәре планлаштырылған. Йәйәүлеләр һуҡмағы төҙөлә. Әйткәндәй, һыу ятҡылығы парк янында урынлашҡан, «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһына ярашлы халыҡтың яратҡан ял урыны ла яңырыу кисерә.
Гөлназ Хәйбуллина




