Һөнәри үҫеш
өсөн ҡаралған федераль грант ярҙамында университет ҡарамағындағы техникум яңы
ҡоролмалар менән йыһазландырылды. Сәнәғәт һәм инженер технологиялар йүнәлешендә
белем алыусы студенттар өсөн бүленгән компьютерҙар һәм 3 Д форматтағы
принтерҙар уҡыу программаһын мауыҡтырғыс итеп үҙләштерергә ярҙам итә.
Заманса программа аша уҡыусылар буласаҡ техниканың
макеттарын төҙөп уникаль проекттарҙы яҡлай аласаҡ.
2024 йылға тиклем республикала заманса оҫтаханалар ете
тиҫтәгә етер тип көтөлә. Яңы уҡыу программаһы көслө белгестәр әҙерләргә ярҙам
итер, тигән өмөттәбеҙ. Хеҙмәт баҙарына үҙ һөнәрен төплө белгән йәштәрҙе әҙерләү
– төп маҡсат булып тора.
Инесса Косолапова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары
Уҡыу йортондағы оҫтаханаларҙы яңы техника менән
йыһаздандырыу өсөн 77 миллион һум аҡса йәлеп ителде. Студенттарҙы уҡытыуҙан
тыш, заманса майҙанда «Ворлдскилс» һөнәри конкурс һынауҙарын ойоштороу
күҙаллана. Дүрт оҫтахананың икәүһе Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә урынлашҡан.
Инженер дизайн, электроника кеүек йүнәлештәрҙә белем алыуҙы еңелләштергән
класстарҙа мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы шарттар
ойошторолған.
Техникумды тамамлаған студенттар белемен Өфө дәүләт
авиация техник университетында дауам итер, тип ышанам. Был оҫтаханаларҙа уҡыған
йәштәр университет программаһына йәки эш урындарына әҙер белгестәр булып сыға.
Тиҙҙән улар технологиялар өлкәһендә үҙҙәренең етди проекттарын күрһәтә аласаҡ.
Сергей Новиков, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры
Уҡыу ҡоролмалары сәнәғәт һәм инженер технологиялар
йүнәлешендә осраҡлы һайланманы. Алдағы йылдарҙа республикала тап ошо өлкәлә
эшләүсе белгестәр талап ителә. Шуға ла фәнни, иҡтисади һәм индустриаль
күҙлектән кәрәкле һөнәрҙәргә баҫым яһала.
Илгиз Каршанов, Өфө авиация техникумы директоры