Башҡорт тарихы йылында матур йолаға әүерелгән ырыуҙар йыйыны дауам итә. Сираттағыһында Ҡошсо ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы. Мәсетле районы үҙәгендә үткән съезда төбәк ауыл вәкилдәренән тыш, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат районы, күрше Свердловск өлкәһенән килгән делегаттар ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт милли уйын ҡоралын Мәсетле районы бренды тип атарға мөмкин. Төбәктә ҡумыҙ сиртмәгән кеше юҡ. Хеҙмәт ветераны Мәүжиҙә Аллаярова ла тап улар иҫәбендә. Ҡошсо ырыуының ул хөрмәтле вәкилдәренең береһе.
Мәүжиҙә Аллаярова кеүек үҙ ырыуының данын күтәреүселәр республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә бик күп. Тамбурлы, йә иһә ҡайып сигеү сәнғәтен был тарафтарҙа быуындан-быуынға тапшырылып килгән үҙенсәлек тип билдәләргә кәрәк.
Алъяпҡыстарында ла Мәсетле ҡатын-ҡыҙҙары Башҡортостан тәбиғәтен сағылдырырға тырышҡан. Биҙәк итеп ҡомалаҡ, ялан сәскәләре һайланған. Ҡошсо ырыуы вәкилдәре ата-бабалары кәсебен бөгөн дә һаҡлай. Ҡыйғы районының Юныс ауылы башҡорттары шулар иҫәбендә.
Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә беренсе төбәк-ара съезд ғилми-ғәмәли конференция рәүешендә үтте. Көнсығыш тарихи сығанаҡтарға ярашлы, ҡошсолар Батыу хан ғәскәрҙәре составына ингән һәм Европа илдәренә походтарҙа ҡатнашҡан. Башҡорттарҙың төп биләмәләренең күпселеге хәҙерге Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә тура килә.
Ошо нигеҙҙә шәжәрәләргә иғтибар кәрәк. Сөнки туғанлыҡ документында бар һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин. Нәҫел-тамырын өйрәнеп үҙ асылына ҡайтыусылар ҙа бик күп. Ә тарихын белгәндәр бөгөн уны йәш быуынға өйрәтә.
Ҡошсолар ҡоронда ҡатнашыусылар ырыуға бәйле төрлө яҡлы фекерҙәр менән сығыш яһаны. Тәү сиратта әсә телен уҡыу-уҡытыу мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды.
Был йәһәттән төбәктә Ҡошсо ырыуын күтәрерҙәй, ҡыҙыҡһыныусан ҡарашлы йәштәр ҙә етерлек. Сара барышында ла уларҙы бергә туплап маҡсаттарҙы билдәләү бурысы ҡуйылды.
Ә милли мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән республиканың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына көнләшерлек тә. Бай мираҫ һаҡлаған милләттәштәребеҙ күптәргә өлгө. Ҡошсолар ҡоро быға асыҡ миҫал булыуын күрһәтте.
Азат Ғәлиуллин







