Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала.

Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Мәсетле районында тыуа. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамбль директоры итеп билдәләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры вазифаһын башҡара. 1986-2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш администраторы була. “Ратмир Сәрүәр улы башҡарған һәр бейеү сәнғәт әҫәренә әйләнә ине”, - ти республиканың халыҡ артисы, бейеүсе Риф Ғәбитов.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала.

Ратмир Бәҙретдинов 13 йылдан ашыу “Байыҡ” телепроектының баһалама рәйесе булды. Ул бик күп бейеүселәргә төплө кәңәштәре менән ярҙам итте”, - ти “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева. Ул белдереүенсә, ижади төркөм ижадсының исемен мәңгеләштереүгә өлөш индерә.

Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала.
Фото №1 - Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала.
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ