Радий Хәбиров йәмәғәт транспорты һәм подъездарҙы санитар таҙартыуҙы ҡайтанан башларға ҡушты

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы коронавирус таралыуын сикләү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, вакциналау күрһәткестәре арта. Әммә ҡайһы бер райондарҙа прививка эшләтеүселәр күп түгел, уның ҡарауы, сир йоҡтороусылар һаны күбәйә. Радий Хәбиров ҙур ойошмаларҙа вакциналауҙы ойошторорға ҡушты. 18 декабрҙән һуң прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә индереү тыйыла. Коронавирус таралыуын сикләү өсөн халыҡ күп булған урындарҙа санитар эшкәртеүҙе ҡайтанан башларға ҡушылды.

Фото №1 - Радий Хәбиров йәмәғәт транспорты һәм подъездарҙы санитар таҙартыуҙы ҡайтанан башларға ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ