Бөгөндән республикала һәм тотош илдә коронавирус таралыуын сикләү өсөн ял көндәре башланды. “Юғары әҙерлек” тәртибе указына ярашлы, 23 сәғәттән таңғы 6-ға тиклем күмәк халыҡ ҡатнашлығында күңел асыу саралары ойоштороу һәм йәмәғәт туҡланыу хеҙмәте күрһәтеү тыйыла. Шуға кафе-ресторан, төнгө клубтар эше сикләнә. Бынан тыш, балалар уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәре ял көндәрендә эшләмәй.







