Башҡортостанда уҡыусыларҙың 87 проценттан ашыуы туған телен өйрәнә

Күрһәткес 2016-2017 йылғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мәғариф министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә иғтибар бүлеү һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыу юлдары ла барланды. Был йәһәттән республика моно ҡалаларҙа асылған «Кванториум» технопарктарын миҫалға килтерергә мөмкин. Проект Благовещен, Күмертау, Нефтекама, Учалыла уңышлы эшләй. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән берлектә талантлы балаларҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы төрлө конкурстарға әҙерләүҙе ойоштороу тәжрибәһе ҡарала. Һөнәри белем биреүгә килгәндә, былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты республиканың инновацион, технологик һәм социаль үҫеш үҙәге булараҡ конкурста еңеү яулаған. Вуз шулай уҡ донъяның иң яҡшы университеттары исемлегенә ингән, исемлектә Өфө дәүләт авиация техник университеты ла бар.

Автор: Рәмилә Исмәғилева

Фото №1 - Башҡортостанда уҡыусыларҙың 87 проценттан ашыуы туған телен өйрәнә
Волна
Акции БСТ