Бөгөн стационарҙарҙа 924 кеше дауалана, уларҙың 603-ө 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 48 пациенттың бишәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 354 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 662 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекция 33 кешенең ғүмерен өҙгән. Республикала халыҡты коронавирустан вакциналау дауам итә. Бөгөнгә республикала йәшәгән 1 миллион 300 меңдән ашыу кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Беренсе компонентты 1 миллион 650 меңдән ашыу кеше яһатып өлгөргән. Республикаға прививкалау кампанияһы өсөн барлығы ике миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.




