Хәйер, баш ҡалабыҙ әле лә күҙгә күренеп үҙгәрә, бөхтәләнә. Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә төҙөлгән бер нисә социаль объект һәм ял итеү урындарында эштәр барышы менән танышты.
Ике йыл элек был урында үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡ, сүп-сар ине. Хәҙер иһә ул тотош кварталдың яратҡан ял итеү урынына әйләнә бара. Парк файҙаланыуға тапшырылмаһа ла уйын майҙансыҡтарынан балалар өҙөлмәй.
«Көнъяҡ» паркы ғәҙәти проект түгел. Бында ял итеү урындарынан тыш, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар уҙғарыу майҙансыҡтары бар. Иң төп үҙенсәлеге – динамикалы уттар менән яҡтыртыласаҡ фонтан. Парктың төп өлөшөн төҙөкләндереүҙе 15 ноябргә тиклем тамамлау күҙаллана.
Ҡашҡаҙандың уттары иһә тағы ла сағыуыраҡ булмаҡсы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Сипайлово биҫтәһендәге күлдә республикалағы иң яҡтыртылған һәм йырлаусы фонтан буласаҡ.
Ҡашҡаҙан паркы тулыһынса яңынан төҙөлдө тиергә лә мөмкин. Күл дә ҡоротолоп яңынан һыу менән тултырыла Хәҙер бында йыуынты һыуҙар ағып төшмәйәсәк. Һыу ятҡылығының таҙарыуын йөҙөп йөрөгән иҫәпһеҙ -һанһыҙ өйрәктәр ҙә дәлилләй.
Айнур Кәбиров




