Көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Сермән-Амангилде-Баймаҡ юлында «Ford Kuga» автомобиле менән «Мерседес» йөк транспорты бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә Баймаҡтан 35 йәшлек рефрижератор водителе вафат була.
Бишбүләк районынан «Ford» водителе һәм уның өс пассажиры төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре менән дауахана оҙатыла. Осраҡ буйынса ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.




