Хәйбулла районында балалар уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелде

«Атайсал» проекты сиктәрендә Хәйбулла районының Бүребай ауылында балалар уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелде. Бәләкәй ҡаласыҡтар Пушкин, Шайморатов һәм Тасимов урамдарында урынлашҡан.

Һәр ҡайһыһын төҙөүгә ике ай самаһы ваҡыт талап ителгән, финанс ярҙам күләме – миллион ярым һум. Кескәйҙәр өсөн яңы уйын зоналары барлыҡҡа килеүҙе ата-әсәләр ҙә ҡыуанып ҡаршы алды. Алдағы йылдарҙа ауылдың тағы өс урамында ошондай заманса майҙансыҡтар төҙөлөшө ҡаралған.

Иҫәнгилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегәнә һәйкәл асылды. Мемориаль комплекс мәктәп биләмәһендә урынлашҡан. Билдәле булыуынса, ауылдан фронтҡа илле кеше алынған, уларҙың егермеһе генә тыуған яғына ҡайта.

Ватан һағына баҫып, оло ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙең исемдәре хәҙер ташҡа уйып яҙылған. Әйткәндәй, стела «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» сиктәрендә ҡуйылған.

Фото №1 - Хәйбулла районында балалар уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ