Өфөлә һөт продукцияларын етештереүҙә һанлы маркировкалауҙы индереү буйынса кәңәшмә үтте

«Торатау» конгресс-холлында ойошторолған сарала ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр, Дәүләт Думаһы, Федерация Советы һәм республика етәкселеге ҡатнашты. 

Рәсәйҙә тауарҙарҙың килеп сығышын һәм сифатын контролдә тотоу өсөн берҙәм маркировкалау системаһы әүҙем индерелә. Яңылыҡ һөт продукцияларына ла ҡағыла. 1 декабрҙән һөт ризыҡтарын етештереүселәр «Ғәҙел билдә» системаһында эшләй башлай.

Мәжбүри маркировкалау ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, атап әйткәндә, ялған тауарҙы сифатлыһынан айырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Белгестәр әйтеүенсә, махсус код продукцияның ҡайҙа һәм ҡасан сыҡҡанын, магазин кәштәләренә нисек килеп еткәнен күрһәтергә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ булмаған йәки ваҡытында индермәгән маркировка өсөн штраф ҡаралған, ә маркировкаһыҙ тауар һатыуҙан тартып алынасаҡ. Кәңәшмәлә яңы системаға күсеү өсөн ауыл хужалығы эшсәндәре һәм типографияларға субсидия биреү һорауы ла ҡаралды.

Фото №1 - Өфөлә һөт продукцияларын етештереүҙә һанлы маркировкалауҙы индереү буйынса кәңәшмә үтте

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ