Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сираттағы премьера

Әкиәт иленә сәйәхәт. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сираттағы премьера. Театр коллективы тамашасыларҙы Самуил Маршактың «Кошкин дом» әҫәре менән ҡыуандырҙы. Артистар сағыу образдар аша тормоштағы мөһим ҡиммәтәрҙе иҫкә алып кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә рухи ял сәғәттәре бүләк итте.

Көтөп алынған премьерала БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсе Флорида Ким яҙмаһында.

Күптәргә бала-саҡтан таныш «Кошкин дом» әкиәтендәге геройҙар - йәнә Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә. Театрҙың алтын фондына индерелгән Самуил Маршактың билдәле пьесаһы заманса ҡараш менән тамашасыларға тәҡдим ителде. Премьера өсөн тегелгән сағыу ҡурсаҡтар, үҙенсәлекле декорация, музыкаль биҙәү һәм актерҙарҙың ихлас уйыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Премьераға театр труппаһы бер нисә ай дауамында әҙерләнгән. Иртәле-кисле репетиция, спектакль эстәлеген тулыландырыу кеүек мәшәҡәттәр өҙлөкһөҙ  алып барылған. Яратҡан әкиәт заманса көйгә һалынһа ла авторҙың тексты һәм әҫәрҙең төп фекере һаҡланған.

Тамашасыны әкиәт иленә әйҙәгән ҡурсаҡ театры матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай. Спектаклдәр аша әхләки, тәрбиәүи маҡсаттар үтәлә. Кешелекле, ғәҙел  булырға өйрәткән пьесала тормоштағы иң мөһим темалар күтәрелә. Әйткәндәй, Ҡурсаҡ театры репертуары даими яңыртыла һәм ноябрь аҙағында тағы ла премьера көтөлә.

90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ҡурсаҡ театрында премьералар миҙгеле тамаланғас та Яңы йыл байрамына әҙерлек эштәре башланасаҡ тип көтөлә. Тамашасыларҙың ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле ойоштороу өсөн яратҡан әкиәттәр тергеҙелә, әҫәрҙәр заманса идеялар һәм ҡыҙыҡлы геройҙар менән тулылана.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сираттағы премьера

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ