Милләтем – башҡорт, ырыуым – Ғәйнә!

 Пермь крайында йәшәгән күп кенә милләттәштәребеҙ халыҡ иҫәбен алыу барышында шулай тип яуап бирә. Төбәктә әле тотош илебеҙҙә кеүек йәниҫәп дауам итә. Ут күршебеҙ Пермь крайында халыҡ иҫәбен алыу барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Наил Ғәбдүшев – Ҡайын ауылының хазинаһы. Ул – сәсән телле шағир, һәләтле рәссам һәм скульптор. Ижади оҫтаханаһын халҡыбыҙҙы данлаған шәхестәрҙең портреттары биҙәй. Яңыраҡ уның шиғырҙар йыйынтығы донъя ла күргән. Ғәйнә һөйләшендә ижад ителгән ялҡынлы әҫәрҙәр милләттәштәребеҙгә саҡырыу булып яңғырай.

Ғозур атлап киләчәккә барған, башҡорт тигән әле халҡым бар. Әти әни тыуған ғәйнә жағым, үтәр өчөн әле жулым бар. Башҡорт ҡаннан яралғанмын икән, башҡорт булып жирдән китеү бар.

Наил Ғәбдүшев шағир, скульптор, рәссам

Миләүшә Төмәсова – иҫәп алыусы. Уның биләмәһе Барҙа районы Елпачиха ауылында. Пандемия иҫәп алыуҙы бер аҙ ҡатмарлаштырһа ла, планшеттар эште еңәләйтә генә ти йәниҫәпте башҡарыусы.

Миләүшә Төмәсова иҫәпкә алған сираттағы йорт хужалығы Марат Мозафаровтыҡы. Анкеталағы ябай һорауҙарға аныҡ яуаптар бирелә. Елпачиха ауылы уҙаманы тарихты, нәҫел тамырҙарын яҡшы белә.

Был йәиҫәптә башҡорт тип яуап бирҙем. сөнки минең әтием-әниәм башҡорт булған. Ҡартәнием белән ҡартәниемнең 1921 йылда никахҡа инеүҙәре турасында документ саҡлана. Был документ ҡына безнең башҡорт булыуызны дәллилләй. Элек-электән бу жирләдә башҡортлар йәшәгән. Һәм дә быларның дәлиле булып 17,18,19 һәм 20 быуат башында ревизкие сказкилағы мәғлүмәт дәлил булып тора. Аларда күпчелек халыҡ башҡорт булып язылған.

Марат Мозафаров, Елпачиха ауылы уҙаманы, Ғәйнә башҡорттары ҡоро башлығы

Марат Мозафаров – ғаиләһенең шәжәрә һаҡсыһы ла. Уның нәҫел ағасы 24 быуындан тора.

Бу шәжәрәдә безләнең башҡортлар икәнлегебеҙ аңлашыла.Сөнки беҙҙең нәҫел башында булған Жәүиш бей, Иҫән бей һәм Ғата Сөләймән башҡорт ырыуында булғандар.

Марат Мозафаров, Елпачиха ауылы уҙаманы, Ғәйнә башҡорттары ҡоро башлығы
Выборы 2026

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Елпачихаға 800 йыл. Ауыл оҙаҡ йылдар дауамында кантон үҙәге булған, ике исеме бар. Ерле телдә Үдик тип ти йөрөтәләр. Рәсми атамаһы – Елпачиха. Топонимдың килеп сығышы башҡорт телендәге ялпаҡ һүҙе менән бәйле, ти тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр.

Пермь крайында төпләнгән милләттәштәребеҙ Ғәйнә волосы старшинаһы, эре тау сәнәғәтсеһе һәм Рәсәй империяһының уложенная комиссияһында башҡорттарҙан тәүге депутат Туҡтамыш Ишбулатов менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Барҙа районы үҙәгендәге иң күркәм паркты арҙаҡлы шәхестең һыны биҙәй. Эргәлә генә дуҫлыҡ күпере. Ул Туҡтамыш Ишбулатов паркын Ғабдулла Туҡай паркы менән тоташтыра.

Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Әнисә Мәүликәева был тәрән мәғәнәгә эйә булыуын да билдәләй. Пермь крайында туғандаш халыҡтар иңгә-иң терәшеп дуҫ һәм татыу йәшәй. Заман шауҡымына ҡарамаҫтан ғәйнә башҡорттары милли үҙаңын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.

Без – чын мәғәнәсендә ғәйнә ырыуы башҡортлары. Ул башҡортлар арасында иң боронғо ырыу. Р 1 б группа ҡанын йөрөтә торған башҡорттар. Без сүләшәбеҙ боронғо ғәйнә телендә. Без мәктәптә татарча укысак та, без үзебезнең ғәйнә телендә сүләшеп үстек.

Әнисә Мәүликәева, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пермь крайында 40 меңдән ашыу милләтәшебеҙ йәшәй. Быйылғы статистика кампанияһы һөҙөмтәһе буйынса ла күрһәткестәр кәм булырға тейеш түгел, тигән өмөттә ҡала Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Пермь крайында 30 меңләп ғәйнә ырыуы башҡорттары, 6 меңләп танып ырыуы. Танып ырыуы башҡортларының ере бына мин әле баҫып торған Чернушка ҡалаһы ерҙәре иҫәпләнә. Был Танып, безнең Ҡазанчи бабаларның исторический жирләре. Көйәҙе районында ирәкте башҡорттары. Безнең күп кенә башҡортлар – ҡатай ырыуы башҡорттары. Әммә уларҙың күптәре үҙҙәрен татарбыҙ тип йөрөй. Көнгөр районында Октябрь райондарында.

Рәсил Мөхәмәтйәнов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Безнең Куяды раийонында башҡорттар әле өсөнсө урында бара. Беренчесе руслар, аннары удмурт халҡы, шуннан башҡортлар килә. Милләттәр күп булһа ла беҙ шул ҡәҙәр тату, дус булып бергә йәшәйбеҙ.

Әлиә Сафина, Пермь крайы Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Пермь крайы башҡорттары төбәк халыҡтары гөлләмәһендә сағыу урын алып тора. Тау сәнәғәтселәре Туҡтамыш Ишбулатов менән Исмәғил Тасимовтың вариҫтары илебеҙ киләсәгендә лә яҡты эҙ ҡалдырыр әле.

Фото №1 - Милләтем – башҡорт, ырыуым – Ғәйнә!

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ