Бөгөн 91-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусин арабыҙҙан китте. Һуңғы көндәрҙә Ноғман Сөләймән улы кесе ҡыҙы Гөлшат менән дауаханала дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир икеһен дә аяҡтан йыға, 26 октябрҙә Гөлшат Ноғман ҡыҙы мәрхүм булғайны, бөгөн халыҡ яҙыусыһы мәңгелек йортона юлланды
Белешмә:
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Ҡолғона ауылында донъяға килә. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.
1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.




