Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 миллион 340 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да яһатҡан. Ҡайһы бер осраҡта прививка эшләткәндәр ҙә сирләй. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина аңлатыуынса, вакцинанан һуң организмда тейешле кимәлдә антиесемдәр барлыҡҡа килһен өсөн ваҡыт кәрәк. Ошо осорҙа һаҡланып йөрөмәгән йәки хроник сирҙәре булғандар коронавирус менән ауырыуы ихтимал.




