Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән хушлашыу иртәгә Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа

Әҙип кисә вафат булды. Быйыл йәй ул 90 йәшлек юбилейын үткәргәйне. Хушлашыу сараһы иртәнге сәғәттәрҙә ойошторола, тип хәбәр итәләр Республика Яҙыусылар союзынан. Ноғман Сөләймән улы Мусин Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында юғары белем ала. Хеҙмәт юлын мәғариф идаралығында башлай. Тәүге әҫәре 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында донъя күрә. Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә тәбиғәт һәм кеше, урман, тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләләрен күтәрә. “Мәңгелек урман” романы, “Зөһрә”, “Ер биҙәге” повестарында экология темаһы төп урынды алып тора. “Һуңғы солоҡ” романында хәҙерге тормош проблемалары һүрәтләнә, ул шулай уҡ Алдар батыр тураһында тарихи роман яҙҙы. Аҙаҡҡы йылдарҙа яҙыусы 11 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығын әҙерләй ине. “Ноғман Мусин һуңғы һулышына тиклем халыҡ рухы һағында торҙо”, ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.

Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән хушлашыу иртәгә Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тыуған ауылы – Ҡолғонала ерләнә.

Фото №1 - Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән хушлашыу иртәгә Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ