Өфөлә Көрәш үҙәге төҙөлөшөнә 5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында контракт урынлаштырылған. Көрәш үҙәге баш ҡаланың Октябрь районында була. 28 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк бинала республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар, шулай уҡ күңел асыу саралары, концерттар ойошторола. Төҙөлөш киләһе йылдың июлендә башланырға һәм 2024 йылдың мартына тиклем тамамланырға тейеш. Көрәш үҙәге Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы юбилейлы объекттар исемлегенә индерелгән.

Фото №1 - Өфөлә Көрәш үҙәге төҙөлөшөнә 5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ