Республикала торлаҡ ҡиммәтләнә

Белгестәр әйтеүенсә, әле һуңғы өс йылдағы иң юғары хаҡтар күҙәтелә.   Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан фатир хаҡтары 9 процентҡа күтәрелгән. Яңы төҙөлгән йорттарҙа ла, икенсел баҙарҙа ла ошондай уҡ хәл. Риелторҙар белдереүенсә, бөгөн яңы йорттарҙа торлаҡтың бер квадрат метры уртаса 77-78 мең һум тора. Икенсел баҙарҙа бер квадрат 10 меңгә арзаныраҡ. Яңы йыл алдынан хаҡтарҙың тағы ла артыуы көтөлә, ти белгестәр.

Фото №1 - Республикала торлаҡ ҡиммәтләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ