Башҡортостанда 666 кеше коронавирус йоҡторған

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 87 меңгә яҡынлаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, 86 мең 831 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә 666 кешелә вирус раҫланған, 37 үлем осрағы теркәлгән.  Әле 7 меңдән ашыу кеше өй шарттарында, 1 мең самаһы пациент стационарҙа дауалана. Табиптар 41 сирленең ауыр хәлдә булыуы хаҡында белдерә. Бер тәүлек эсендә 7 меңдән ашыу  кеше прививка эшләткән. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 668 мең самаһы яҡын кешегә эшләнгән. 1 миллион 342 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған.

Фото №1 - Башҡортостанда 666 кеше коронавирус йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ