Рәссам-реставраторҙар “Шүлгәнташ” музейының төп экспонаттарын, һүрәтле стеналарҙың күсермәһен эшләгән. Панно күсермәләре Францияла оҫтаханала әҙерләнә. Рәссам-реставраторҙарҙың эшен Шүлгәнташ мәмерйәһе менән яҡшы таныш Эудалд Гуилламет контролдә тота, ти “Шүлгәнташ” тарихи- мәҙәни ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов.
Тиҙҙән ҡурсаулыҡ янында тарихи-мәҙәни музей комплексы файҙаланыуға тапшырыла.







