Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы ине...

91-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Быйыл йәй 90 йәшен тултырған яҙыусы коронавирус эҙемтәләренән вафат булған. Ноғман Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.

Әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын ул 1949-1951 йылдарҙа Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыған сағында уҡ яһай. Яҙыусының «Минең дуҫым» тигән тәүге хикәйәһе 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. Ошо ваҡыттан алып Ноғман Мусин күп һанлы хикәйәләр һәм очерктар, повестар һәм романдар ижад итә.

Күренекле прозаик 50-нән ашыу китап авторы, үҙенең әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау, экология мәсьәләләрен күтәреүе менән дә танылыу яулаған оло әҙип. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә 2 ноябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Ноғман Мусин тыуған ауылында ерләнә.

Фото №1 - Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы ине...
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ