Стәрлетамаҡта төндә эшләгән ойошмалар буйлап рейдтар дауам итә

 Улар барышында Башҡортостан башлығының юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указы үтәлеше тикшерелә.

Документҡа ярашлы, төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем күңел асыу саралары уҙғарыу һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре күрһәтеү тыйылғайны. Рейдта ҡатнашыусылар 30-лаған кафе, ресторан, кальян тартыу, бильярд уйнау урындары, һыра барҙарын тикшерҙе.

Асыҡланыуынса, күпселек ойошмалар Указды үтәй, тәүге рейд ваҡытында иҫкәртелгән ойошмалар ябылған. Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм талаптарҙы үтәмәүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, «BAR CENTRAL» барында кеше тулы булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта барҙың рәсми ишеге ябыҡ булған, тикшереүселәр унда хеҙмәткәрҙәргә тәғәйенләнгән урындан ингән.

Бар хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар яңы эш тәртибе тураһында белмәгән. Рейд һөҙөмтәләре буйынса тейешле пртоколдар төҙөлгән, артабан документтар судҡа тапшырыла. Указ үтәмәүселәргә штраф һалыныуы һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылыуы ихтимал. Рейдтар 7 ноябргә тиклем дауам итә. 

Фото №1 - Стәрлетамаҡта төндә эшләгән ойошмалар буйлап рейдтар дауам итә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ