Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индерелде

Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаһы нығынды. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индерелде. Ҡоролма төҙөлөшөнә федераль, республика, муниципаль ҡаҙнанан 3 миллиард 430 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Объект ҡыҫҡа ваҡытта, ни бары ике йыл эсендә күтәрелде.

Күперҙән автомобиль хәрәкәте ебәреү тантанаһында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе журналистар менән әңгәмәһендә юл инфраструктураһын нығытыу буйынса тормошҡа ашырыласаҡ яңы проекттар менән таныштырҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфөнөң Көньяҡ өлөшөндә өҫтәмә күперҙең файҙаланыуға тапшырылыуы – тотош республика өсөн мөһим ваҡиға. Ҡоролманың ике яғынан да «юлдың асыҡ» булыуы билдәләнгәс тә, Ырымбурға илткән трассаға автомобиль хәрәкәте старт алды. «Тимер ат»ттарҙа елеүселәр төҙөлөш тамамланыуға оло ҡыуанысын сигнал биреп белдерҙе.

Технологик яҡтан ҡоролма ил кимәлендә уникаль һанала. Төҙөлөш барышында ике яҡтан да транспорт ағымы туҡтатылмай, шуға яңы күперҙе ҡыҫынҡы шарттарҙа күтәрергә тура килә. Сатлама һыуыҡтар, селлә эҫелә лә баш ҡала өсөн мөһим объектты ҡороу эштәре дауам иткән.

Ике күпер араһында төҙөлгән ҡоролманың оҙонлоғо 688 метр. Юл өс һыҙатлы. Объект техник һынауҙарҙы уңышлы үткән. Гидроизоляция, дренаж системаһы, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.

Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһына көсөргәнеш ҙур, тәүлегенә бында 160 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә өҫтәмә күпер төҙөлөшө – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе була. Яңы ҡоролма халыҡҡа бер быуаттан ашыу хеҙмәт итер тип көтөлә.

Республика башлығы Радий Хәбиров күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡыйыу инженер ҡарарҙар ярҙамы менән күпер төҙөлөшө ни бары ике йыл эсендә тамамлана. Федераль юл агентлығы тарафынан да башҡарылған эштәр юғары баһаланды.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, ярымутрауҙа урынлашҡан Өфөлә яңы күперҙәр төҙөү, транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар арта ғына.

Өфө 450 йыллығын ҡаршылағанда Көньяҡ ҡапҡа ла тулыһынса заманса төҫ алып, ун бер рәт аша автомобилдәрҙе үткәрәсәк. Күләмле төҙөлөш эштәре ҡаланың туристик һәм инвестиция ҡеүәтен көсәйтер тип көтөлә.

Фото №1 - Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индерелде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ