Хәйбуллала ун биш меңдән ашыу кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан

Был – районда йәшәүселәрҙең 50 проценты. Быйыл статистик мәғлүмәт йыйыуҙа заманса технологиялар ярҙам итә – иҫәп алыусылар анкета һорауҙарына яуаптарҙы планшетта теркәй.

Биләмәлә туғыҙ стационар участка эшләй, шулай уҡ күп функциялы үҙәккә килеп тә, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә мөмкин. Иҫәп алыусыларға көсөргәнеш ҙур, һәр ҡайһыһы кәмендә ярты мең кеше тураһында мәғлүмәт йыйырға тейеш.

Ил өсөн мөһим сәйәси кампанияға рәсми йомғаҡ киләһе йыл аҙағына тиклем билдәле була. Ул тәү сиратта төбәктәрҙә демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәтте туплау өсөн уҙғарыла.

Фото №1 - Хәйбуллала ун биш меңдән ашыу кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ