Өфөлә йәшәүсе Полина Вишневская фантастика жанрындағы персонаждарҙың костюмдарын эшләй

3Д форматтағы кейем. Өфөлә йәшәүсе Полина Вишневская фантастика жанрындағы персонаждарҙың костюмдарын эшләй. Блогер бының менән генә туҡтап ҡалмай, көндәлек әйберҙәргә лә заманса баҫтырыу ысулын ҡуллана. 3Д костюмдар әҙерләү тәжрибәһе менән блогер үҙенең сәхифәһендә бүлешә. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында. 

Уның коллекцияһында төрлө фильм һәм уйын персонаждарының ниндәй генә костюмдары юҡ. Бәләкәй балдаҡ һәм һырғаларҙан башлап ҡоролошо буйынса ҡатмарлы образға тиклем. Полина Вишневская косплей менән алты йыл шөғөлләнә. Тәүге эше – Боронғо Грек баш кейеме, ул алыш ваҡытында һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланылған.

Фантастика жанрындағы кино, компьютер уйындары һәм йәнһүрәт һөйөүсе үҙе ижад иткән кейемдәр менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Хәтерҙә ҡалғандарының иң сағыу образы ул – Рим әүлиәһе Целестина кейеме, тип билдәләй Полина. «Игромир» фестивале дауамында ул 17 килограмлыҡ костюмда йөрөп, иң яҡшы косплей исемен алған.

Өфө косплеерын илдең баш ҡалаһында ла беләләр. Полинаның социаль селтәрҙәргә һалған видеоларын миллионлаған кеше ҡарай. Унда ижадсы 3Д принтер ярҙамында туҡымаға биҙәктәр яһау серҙәре менән уртаҡлаша. Был хаҡта оҫта Беренсе каналдағы «Модный приговор» тапшырыуында ла һөйләгән. Мәскәүгә барыр алдынан ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә төрлө кейем әҙерләй.

Полина Вишневская оҫталығын тағы ла камиллаштырыуҙы, икенсе ысулдарҙы үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһен үҫтереү менән шөғөлләнә. Костюмдарҙы сәхнәләштереү үҙенсәлектәре менән артабан да таныштырып барырға ниәтләй.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе Полина Вишневская фантастика жанрындағы персонаждарҙың костюмдарын эшләй

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ