Дәүләт хеҙмәттәре порталында Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 8 ноябргә, стационарҙарҙа 14-нә тиклем дауам итә. Интернетта электрон анкетаны компьютерҙа, планшетта йәки смартфонда тултырырға мөмкин. Был бик уңайлы һәм тиҙ ысул ти белгестәр. Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Республика парламенты депутаты Елена Родина белдереүенсә, кампания һөҙөмтәләре халыҡ проблемаларын асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү мөмкинлеге бирә.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа өс төрлө ысул менән ҡатнашырға мөмкин. Иҫәп алыусыны көтөргә, иҫәп алыу участкаһына барырға, йә үҙ аллы дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырырға була. Онлайн-тултырғандан һуң Кью-Ар кодты мотлаҡ иҫәп алыусы теркәргә тейеш.







