Башҡортостанда иң яҡшы механизатор һәм водителдәргә Lada Niva автомобиле бүләк ителде

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Уңыш” конкурсында еңгән 20 ауыл хужалығы хеҙмәткәренә яңы машина асҡысын тапшырҙы. Lada Niva-ға эйә булыусылар араһында Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Эдуард Зөбәйеров бар. Ул Туймазы районында иген урыуҙа ҡатнашҡан.

Башҡортостанда иң яҡшы механизатор һәм водителдәргә Lada Niva автомобиле бүләк ителде

         Учалы районы “Байрамғол” агрофирмаһы комбайнсыһы Әлим Хөснуллин шулай уҡ яңы автомобилгә лайыҡ булды. Быйыл ул 1 мең 400 тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алған.

Башҡортостанда иң яҡшы механизатор һәм водителдәргә Lada Niva автомобиле бүләк ителде

         Ауыл хужалығы тармағын үҙгәртеп ҡороу маҡсатынан яңы техника һатып алына. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республика лизингҡа техника ҡайтарыу буйынса илдә өсөнсө урында.

Башҡортостанда иң яҡшы механизатор һәм водителдәргә Lada Niva автомобиле бүләк ителде

         Быйыл республикала 2 миллион 100 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Ауыл хужалығында тауар әйләнеше 9 айҙа 117 миллиард һум булған.

Фото №1 - Башҡортостанда иң яҡшы механизатор һәм водителдәргә Lada Niva автомобиле бүләк ителде
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ