Республика Ветерандар советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валерий Шәрипов шундай фекерҙә. Республикала коронавирустан вакцина яһатмаған ололар һәм хроник сирлеләр өсөн изоляция тәртибе ғәмәлдә. Валерий Шәрипов әйтеүенсә, ул вакцина эшләткән, прививка яһатмағандар иһә өйҙә ултырырға тейеш.
Башҡортостанда әле 1 миллион 400 меңгә яҡын кеше коронавирустан прививка эшләткән. Халыҡтың 55 проценты вакциналауҙы үткән. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн өлкәндәрҙең 80 проценты прививка эшләтергә тейеш.




