Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары булдырыу өлкәһендә иң яҡшы төбәк тип танылды

Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Башҡортостанда әле 374 кооператив бар, уларҙа 6 меңдән ашыу кеше эшләй. Быйыл 3 мең 56 кеше кооперативтарға берләшкән. Был да илдә иң яҡшы күрһәткес. Ауыл хужалығы кооперативтары башлыса ит һәм һөт, иген, ҡуҙаҡлы һәм май культураларын, емеш-еләк, йәшелсә эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы министрлығы ла уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итә, тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары булдырыу өлкәһендә иң яҡшы төбәк тип танылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ