Коронавирус йоҡтороусылар күп, сикләүҙәр көсөндә ҡала

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 22 мең 260 кеше вакцина яһатҡан. Прививка алырға тейешле халыҡтың 54 проценты иммунизацияны тамамлаған. Бер тәүлек эсендә 669 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 36 ауырыу вафат булған. Стационарҙа дауаланған 880 сирленең 35-е ауыр хәлдә, тип белдерә табиптар. Белгестәр ял көндәрендә прививка яһатырға, каникулды һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә, йәмәғәт урындарына бармай торорға өндәй. Башҡортостанда коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, сикләүҙәр көсөндә ҡала. Сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, 50 урындан күберәк кафе-ресторандар, бөҙрәхана, сауна, фитнес-клубтар, ҡала-ара автобустар һәм “Орлан” ҡала яны поезына вакцина яһатыу тураһында сертификат, йә   медицина белешмәһе менән инергә була. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, Рәсәйҙең күпселек  төбәктәрендә  мәҙәниәт, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә QR-код системаһы индерелде. QR-код буйынса мәғлүмәтте стопкоронавирус.рф. порталында табырға була. Улар Республика менән идара итеү үҙәгендә туплана. Башҡортостанда  һуңғы тәүлектә 22 мең 260 кеше вакцина яһатҡан. Прививка алырға тейешле халыҡтың 54 проценты иммунизацияны тамамлаған.     

Фото №1 - Коронавирус йоҡтороусылар күп, сикләүҙәр көсөндә  ҡала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ