Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 669 кешегә артҡан

Бөгөн стационарҙарға 880 кеше һалынған, уларҙың 584-е – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 35 пациенттың 7-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 272 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 693 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан, 36 кеше вафат булған.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы 2 484 667 кешене вакциналау күҙалланһа, бөгөн ике компонентты ла 1 349 177 кеше ҡаҙатҡан. Беренсе компонентты 1 684 704 кеше яһатҡан. Республикаға барлығы 2 124 458 доза вакцина килтерелгән. Уҙған тәүлектә медицина учреждениеларына вакцина эшләтергә теләк белдереп 22 260 кеше мөрәжәғәт иткән. 

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 669 кешегә артҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ