Сара барышында ишектәр, коридорҙар, лифттар, баҫҡыстар эшкәртелә. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре махсус костюмдарҙа эш итә.
Подъездарҙы эшкәртеүҙә ҡулланылыусы төҫһөҙ препараттың еҫе лә юҡ. Ул Башҡортостанда етештерелә. Ҡулланышҡа рөхсәтте былтыр уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән. Дезинфекторҙар баҫҡыстар, подъезд ишектәре, тотҡалар һәм почта йәшниктәрен эшкәртә, күп ҡатлы йорттарҙа лифттарға ингән урындар һәм кнопкалар ҙа зарарһыҙландырыла.
Эшкәртеү әйберҙәре дәүләт бюджеты иҫәбенә бүленгән. Шуға ла эшкәртеү сараһы өсөн йорттарҙа йәшәүселәрҙән аҡса алынмай. Подъездарҙы эшкәртеү былтыр ойошторола башлағайны. Йортта йәшәүселәр һорауы буйынса был саралар ҡабатланып тора.
Подъездарҙы аҙнаһына ике тапҡыр эшкәртеү ҡарала. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр дезинфекция ваҡытын баш ҡала хакимиәте сайты аша белә ала.
Гөлдәриә Йосопова







