Һыу менән тәьминәт системаһын яҡшыртыу, юл-күперҙәр, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлөшө - район-ҡалаларҙа йәшәүселәр төрлө проекттар менән сығып, республиканан субсидия алыуға дәғүә итә ала.
Өфөнөң Дим районы буйынса ғына конкурсҡа ике тиҫтәнән ашыу заявка бирелгән. Биләмәлә тормошҡа ашырылған халыҡ башланғыстары тураһында киләһе яҙма.
Ике йыл элек Өфөнөң 103-сө мәктәбе алдында хәүефһеҙ резина япмаһы түшәлгән спорт майҙансығы асыла. Яҡындағы күп ҡатлы йорт милекселәре «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, белем усағына ҙур бүләк яһай. Быйыл да проект эше дауам итә, уйын зонаһы ҡойма менән уратып алына.
«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы район-ҡалалар өсөн мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Төп шарттарҙың береһе - граждандар төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға тәғәйенләнгән сығымдарҙың кәмендә биш процентын ҡапларға тейеш. Ҡалған сумма республика, муниципалитет ҡаҙнаһынан йүнәлтелә.
Финанс ресурстарҙы туплауға бағыусылар ҙа йәлеп ителә. Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр көсө менән быйыл һигеҙ проект тормошҡа ашырыла. Иван Рыбалко исемендәге 113-cө мәктәп алдында ял зонаһы ойошторолһа, Гилев урамына 85 метр арауыҡта асфальт һалынған.
Урамда йәшәүселәр алтмышар мең һум аҡса йыйылып, республиканан миллион һумлыҡ субсидия алыуға ирешкән. Быйыл да программала ҡатнашыуға яңы заявка ебәрергә ниәттәре бар. Оло юлға илткән ҡалған 75 метрлыҡ участканы төҙөкләндерергә кәрәк.
Өфөнөң Дим районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, проект инициаторҙары булараҡ торлаҡ милекселәре ширҡәттәре, урам комитеттары, күп ҡатлы йорт советтары ла ҡатнаша ала. Әйткәндәй, киләһе йыл программаны тормошҡа ашырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан 400 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса республикала ярты меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Уларҙың күбеһе ауыл ерендә халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Башлыса юлдарҙы төҙөкләндереү, мәғариф учреждениеларында косметик ремонт яһау, зыяраттарҙы тәртипкә килтереүгә иғтибар бүленгән.
Гөлназ Хәйбуллина







