«Полиэф» предприятиеһында ҡояш электростанцияһы төҙөлөшө дауам итә. Объект 70 процентҡа әҙер. Проект ҡеүәте яҡынса 5 МВт тәшкил итәсәк, 8 гектар майҙанда ун меңдән ашыу фотоэлектрик модуль ҡуйыла. Инвестициялар күләме 250 миллион һумдан ашыу.
Киләһе йыл башында электр станцияһы төҙөлөшө тамамланыу менән предприятиела экологик яҡтан таҙа энергия ҡулланыла башлай. Ул тәү сиратта, пэт-материалдарҙы икенсел эшкәртеү ҡулайламалары өсөн тәғәйенләнә. Был йүнәлеш производствола углерод эҙен кәметер тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина




