Өфөлә йәнә закон талаптарын үтәмәүселәрҙе асыҡлау буйынса рейд уҙҙы. Автомобилдәрен тәғәйенләнмәгән урындарға ҡуйырға яратыусыларға ҡарата йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре протоколдар төҙөнө.
Газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәр ҡуйған осраҡта граждандарға 1-2 мең һум, вазифа биләүсе шәхестәргә 5 мең һумдан 10 мең һумға, юридик шәхестәргә 10 меңдән 30 мең һумғаса штраф янай.
Ҡағиҙә боҙоу ҡабатланған осраҡта штраф күләме 3 меңдән 50 мең һумға тиклем арта. Бындай рейдтарҙың төп маҡсаты – йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм йәшел зоналарҙы һаҡлау.
Гөлдәриә Йосопова







