Башҡорт халҡының 10 йыллыҡ үҫеш стратегияһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы башҡорт халҡының 10 йыллыҡ үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы.

Илдең баш ҡалаһындағы китапханала  ғалимдар, педагогтар, эшҡыуарҙыр, музыканттар һәм башҡа һөнәр эйәләре түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Яҡташтар Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу барышы һәм  Мәскәү башҡорттарының  киләсәккә маҡсаттары тураһында һөйләште.

Үҫеш стратегияһы буйынса уҙғарылысаҡ саралар планы ҡаралды. Һуңғы ике йылда ундай сараларҙың күбеһе Республика гранты ярҙамында башҡарыла. Алда 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығын билдәләү йүнәлешендә эш алып барыласаҡ.

Фото №1 - Башҡорт халҡының 10 йыллыҡ үҫеш стратегияһы

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ