Ярыштың икенсе көнөндә башҡорт спортсылары 3 миҙал яуланы. Артур Зөлҡәрнәев 5-се тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ пьедесталдың беренсе баҫҡысына Туймазынан Рәзил Шәбиев күтәрелде.
Наил Мөхәмәтйәнов 90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал менән баһаланды. Дөйөм алғанда, республика вәкилдәре төрлө дәрәжәләге 7 миҙалға эйә булды.
Гөлдәриә Йосопова




