Бөгөндән 7-се ноябргә тиклем "Ҙур этнография диктанты" акцияһы ойошторола. Халыҡ-ара сара 2016 йылдан уҙғарылып килә. Быйыл ул онлайн үтә. Республика мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина һөйләй.
"Этнография диктанты"нда 30 һорау. Уларҙың егермеһе Бөтә Рәсәй тураһында һорауҙар, ҡалғандары һәр төбәккә хас үҙенсәлектәргә бәйле.







