Башҡортостанда коронавирус буйынса хәл тотороҡло ҡала. Был турала вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Яңы сикләүҙәргә бәйле ҡарар киләһе аҙна башында ҡарала, тине ул.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың 18 районында вакциналау темпы түбән. Октябрьский, Сибай, Межгорье ҡалаларында, Бөрйән һәм Белорет райондарында прививка алыусылар һаны 48 проценттан кәм. Максим Забелин әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортостанға вакциналау өсөн өҫтәмә препараттар килтерелә.
Башҡортостанда бөгөнгә прививка алырға тейешле халыҡтың 54 проценты иммунизацияны тамамлаған.




