Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерҙар үҙәге эшләп килә. Район һәм ҡалаларҙа ла ирекмәндәр штабтары ойошторолдо. 3 мең ярым ирекмән һәм 942 автоволонтер изоляцияла булған ололар һәм хроник сирлеләр үтенесе буйынса дарыу, аҙыҡ-түлек алып килә. Баймаҡ районы хакимиәтендә лә ирекмәндәр штабы эшләй. Урындағы телевидение хәбәрсеһе Раушания Рәхимова яҙмаһы.







