Республика буйынса Рәсәй юристар ассоциацияһы вәкилдәре Өфө һәм Благовещен ҡалалары, Өфө районында йәшәгән пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек алып барҙы, Өфө хосписында булды. Хәйриә сараһы “ИзгелекХоҡуҡ” акцияһына ярашлы ойошторолдо. Проект авторы, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина әйтеүенсә, халыҡҡа бушлай юридик ярҙам да күрһәтелә. Беҙҙең республикала Рәсәй юристар ассоциацияһының 50 үҙәге эшләп килә.







