Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 673 кешегә артҡан

 Бөгөн стационарҙарға 941 кеше һалынған, уларҙың 618-ҙе – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 70 пациенттың 9-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 274 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 583 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан, 27 кеше вафат булған.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы 2 484 667 кешене вакциналау күҙалланһа, бөгөн ике компонентты ла 1 358 090 кеше ҡаҙатҡан. Беренсе компонентты 1 697 608 кеше яһатҡан. Республикаға барлығы 2 124 458 доза вакцина килтерелгән. Уҙған тәүлектә медицина учреждениеларына вакцина эшләтергә теләк белдереп 21 817 кеше мөрәжәғәт иткән. 

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 673 кешегә артҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ