Өфөлә троллейбус, трамвайҙар рейсҡа дезинфекцияһыҙ сыҡмаясаҡ

Санитар таҙартыу депола кис һәм маршрутҡа сығыр алдынан уҙғарыла. Был йәһәттән пассажирҙар тотонған урындар, ултырғыстар, тәҙрәләр, ишектәр эшкәртелә. Дезинфекция өсөн хлоридлы махсус шыйыҡса ҡулланыла.

Белгестәр фекеренсә, ҡатнашманың кеше сәләмәтлеге өсөн зыяны юҡ. Көн һайын 164 троллейбус һәм 140 трамвай таҙартыу үтә.

Фото №1 - Өфөлә троллейбус, трамвайҙар рейсҡа дезинфекцияһыҙ сыҡмаясаҡ

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ