Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итә

Егерме меңдән ашыу халыҡ иҫәпләнгән Балтас районында йәниҫәп алыуға 6 участок булдырылған, уларҙа 33 вәкил эшләй. Башҡорт, рус, татар, удмурт, мари милләттәре һәм мишәр этносы вәкилдәре төйәк иткән төбәктә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.

Лариса Сәйфетдинова иртә менән халыҡ иҫәбен алыуҙа. Илебеҙ киләсәге өсөн мөһим һәм яуаплы хеҙмәткә Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Хәҙимуллиндар етди ҡарай. Халыҡ иҫәбен алыуҙа 10 йыл һайын ҡатнашып торалар.

Луиза менән Рәмил Хәҙимуллиндар ғаиләһе халыҡ иҫәбен алыусыны йылы ҡаршыланы. Лариса Сәйфетдинова махсус кейемдә, алыҫтан уҡ танылып тора. Ул халыҡты ковид -19 инфекцияһына ҡаршы барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп хеҙмәтләндерә.

Балтас районында ғына халыҡ иҫәбен алыуға 33 иҫәпсе һәм 3 контролер йәлеп ителгән. Улар бөтәһе ла алдан инструктаж үтеп махсус әҙерләнгән. Район киләсәге һәм үҫеше өсөн мәғлүмәттәрҙең теүәллеге бик мөһим бит.

Балтас ерендә биш милләт вәкиле бер ғаилә булып татыу ғүмер итә. Улар араһында Заһиҙә менән Марат Закировтар кеүек мәғариф ветерандары ла бар. Хаҡлы ялдағы абруйлы педагогтар халыҡ иҫәбен алыуҙың илебеҙ киләсәге өсөн мөһим сара булыуын билдәләй.

 Рәзинә Ханова – мишәр этносы вәкиле. Ч өнөн ҡушып һөйләшеүе менән ғорурлана. Иҫке Янбайҙа мәҙәниәт өлкәһен етәкләүсе ханым Башҡортостан ерлегендә үҙ ерен һәм ата-бабалары һөйләшен һаҡлап йәшәй.

Альбина менән Аркадий Йәнгировтар алыҫ Себер тарафтарында эшләп, тыуған ауылдары Түбәнге Иванайға ҡайтып төпләнгән. Үрге Иванайға йәнәш кенә урынлашҡан ике ауылда 200-ҙән ашыу мари ғүмер итә. Йәнгировтар халыҡ иҫәбен алыу Рәсәйҙә йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә артабан үҫергә, юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итер, ти ышана.

Йәннәт Шәйбәкова хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Ул халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне. Имән ауылында йәшәгән 92 йәшлек ағинәй йәниҫәптә әүҙем ҡатнашты. Ғүмер буйы милләтен башҡорт тип белгән һәм сираттағы кампанияла ла ул милләтен башҡорт тип күрһәтте.

Төрлө милләт һәм мишәр этносы вәкилдәре ҡулға-ҡул тотоноп йәшәгән Балтаста Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшлекле шарттарҙа, пандемияға бәйле барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп башҡарыла. Егерме меңдән ашыу халыҡ йәшәгән төбәктән алынған мәғлүмәттәр илебеҙ киләсәген билдәләгәндә мөһим роль уйнаясаҡ бит.

Балтас районында 21623 кеше теркәлгән. Башҡортостан статистика идаралығы планына ярашлы, 18974 кеше иҫәбен алырға кәрәк буласаҡ. Әлегә халыҡ иҫәбен алыуҙың 66 проценттан ашыуы тамамланған. 14 ноябрҙә Балтас районында йәшәүселәрҙең бөтәһе лә иҫәпкә алынып бөтәсәк тип күҙаллана.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итә

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ