Яҙыусы Рәиф Әмировҡа – 80 йәш!

Бөгөн башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытусыһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Рәиф Әмировҡа 80 йәш. Матур юбилейын ул яҡындары хөрмәтендә үткәрә. Уның тормош юлы тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Юбилей көнөндә шылтыратыуҙар иртә таңдан уҡ.

Рәиф Ҡәҙим улы яҡташтары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, студенттарынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Үҙе эшләп киткән вуз ректорынан, тәүге студенттарынан килгән открыткаларҙы, телеграммаларҙы ҡәҙерләп ҡулына ала. 

Профессор тыуған көнөндә лә ғилми эшенән айырылмай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың әҫәрҙәрен туплап йыйынтыҡ итеп нәшер итеү ниәте бар. Быға тиклем Әнғәм Атнабаевтың  китабын ташҡа баҫырға биргән.

Рәиф Әмиров Балтас районы Наджар ауылында 3 ноябрҙә тыуған. Һуғыш балаһына башҡалар кеүек бар михнәттәрҙе күреп үҫергә тура килгән. Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, белемгә ынтылған. Ауыл мәктәбендә уҡығанда синыфта беренселәрҙән булып костюм кейеүен яҡты хәтирә итеп иҫкә ала.

Аяҡта сабата, ә өҫтә костюм булды, ти. Кейемде атаһы урынына ҡараған ағаһы һатып алып биргән. Сөнки 1944 йылдың 3 ноябрендә атаһы Балтик буйындағы алышта һәләк булған. 3 ноябрҙә тыуған уҙаман һандар магияһына ышана, сөнки өс һаны ғүмер буйы оҙата килгән.

Рәиф Әмиров Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетында, артабан Нуриман районы Байгилде ауылы мәктәбендә уҡытҡан һәм күп йылдар Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләгән.

Тормош иптәше менән  өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улы менән килене юбилейға Бөйөк Новгородтан ҡайтҡан.

Хаҡлы ялда булһа ла ғалим фәнгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамай. Юбилярҙың өйөндә яҡындары ғәҙәттә йылына бер йыйылыусан, сөнки бер көндө уларҙа ике байрам. 

Фото №1 - Яҙыусы Рәиф Әмировҡа – 80 йәш!

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ