Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре бөгөн Башҡорт дәүләт университетында уҙған кәңәшмәлә тикшерелде

3-сө Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияла ҡатнашыусылар милли телдәрҙе уҡытыу сифатын күтәреү буйынса фекер алышты. Этник йолаларҙың, халыҡ педагогикаһының роле билдәләнде. Мәктәп уҡыусыларын әҙәбиәт, мәҙәниәт аша тәрбиәләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Конференцияла Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырым республикаһы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Белоруссиянан килгән ғалимдар, методистар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Фото №1 - Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре бөгөн Башҡорт дәүләт университетында уҙған кәңәшмәлә тикшерелде
Волна
Акции БСТ