Премия уҡыуҙа һәм спортта юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, республиканың иң һәләтле 100 уҡыусыһына тапшырыла.
Быйыл маҡтаулы стипендияны 23-сө спорт мәктәбендә белем алыусы Искәндәр Янбаев менән Әҙилә Ғәзизова ла ала. Улар шашка спортында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп өлгөргән йәш спортсылар. Искәндәр үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яулаһа, Әҙилә Европа беренселегендә еңеп сыҡҡан.
Мин шашка спорты менән 5 йыл шөғөлләнәм. Ул логик фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Мин математик класта уҡыйым. Был миңә бик ярҙам итә.
Халыҡ-ара гроссмейстер, донъя чемпионы булырға хыялланам. Шашкала яҡшы итеп уйнарға өйрәнергә теләйем.
Әлфинә Килдейәрова




